Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Миңзифа ИЛТЕНБАЕВА тыуған көнөн билдәләй.
Миңзифа Абрар ҡыҙы йәмле Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән. Ул матбуғатта оҙаҡ йылдар эшләй. Әле - "Башҡортостан" республика гәзитенең яуаплы сәркәтибе. Баҫманың камил сығыуы уның хеҙмәтенә лә бәйле.
Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта барыһы ла ихтирам итә, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Миңзифа ханымды балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй тип тә беләбеҙ. Бер кеше күңеленә бик күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, изгелек. Һеҙҙең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шундай булып ҡалығыҙ!
Миңзифа Абрар ҡыҙы, һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын тормош күгендә.
Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите коллективы.