Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, республикабыҙҙың юлдарында сикләүҙәр индерелде. Бөгөн иртәнге сәғәт 11-се яртынан алып йөк һәм пассажирҙар ташыусы транспортҡа түбәндәге сикләүҙәр ҡағыла:
"Борай–Иҫке Балтас–Куеда" (0 километрҙан 99-сы километр); "Яңауыл–Үрге Тәтешле" (0 километрҙан 55-се километр); "Дүртөйлө–Борай" (27-се километрҙан 63-сө километр); "Өфө–Бөрө–Яңауыл" (33-сө километрҙан 214-се километр), "Нефтекама–Яңауыл" (0 километрҙан 50-се километр); "Дүртөйлө–Нефтекама" (39-сы километрҙан 87-се километр); "Ҡыҙыл Холм–Нефтекама" (0 километрҙан 53-сө километр).
Сикләүҙәр киске сәғәт 11-се яртыға хәтлем буласаҡ.
Шулай уҡ сикләүҙәр Бәләбәй–Ермолкино" (0 километрҙан 9-сы километр); "Аксаков–Малиновка" (0 километрҙан 5-се километр) автомобиль юлдарында оҙайтыла. Бынан тыш, "Благовещенск–Волков" (0 километрҙан 30-сы километр); "Ахлыстин–Төрөшлө" (0 километрҙан 25-се километр); "Бедеев Яланы – Ахлыстин" (0 километрҙан 25-се километр); "Благовещенск – Павловка" (0 километрҙан 65-се километр) юлдарында сикләүҙәр индерелгәйне.
ЮХХДИ сикләүҙәр тураһында мәғлүмәтте инҡар итмәҫкә, киреһенсә үтәргә кәңәш итә.
Фото: resbash.ru