Йәмғиәт
22 Ғинуар 2024, 18:05

Башҡортостан Башлығы ҡайғы уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан халҡы исеменән Донецк Халыҡ Республикаһына һәм уның етәксеһе Денис Владимирович Пушилинға ҡайғы уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы ҡайғы уртаҡлаштыБашҡортостан Башлығы ҡайғы уртаҡлашты
Башҡортостан Башлығы ҡайғы уртаҡлашты

“Тотош Башҡортостан исеменән Донецк Халыҡ Республикаһының һәм уның етәксеһе Денис Владимирович Пушилиндың тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Донецкиҙағы сираттағы атыш тыныс тормош алып барған кешеләрҙең ғүмерен өҙҙө, яраланыусылар күп.

Бергәләшеп кешелекһеҙ енәйәттәр ҡылғандарҙы, торлаҡ кварталдарға атыу тураһындағы ҡурҡыныс фарман биргәндәрҙе еңәсәкбеҙ. Яуызлыҡ өсөн яза аласаҡтар, ә Донбасс тыныс тормошҡа ҡайтасаҡ”.

Фото, сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov?z=photo413272232_457270766%2Falbum413272232_00%2Frev


Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас