Беҙҙең бәйгелә аҡыллы, тырыш, сос егеттәр ҙә ҡатнаша. Уларҙың береһе – Йылайыр районының Йылайыр ауылында тыуып үҫкән Самат Аҡҡужин. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университеты магистры.
Самат ҙур һәм хәстәрлекле ғаиләлә тыуған. Уның өлкән ағаһы, һеңлеһе һәм ҡустыһы бар. Әсәһе башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә атаһы МЧС-та эшләй. Егет ғаиләһе тураһында бик ихлас һөйләй.
– Атайым менән әсәйем күп яҡлы, изге күңелле кешеләр. Төп эштәренән тыш бәләкәй туғандарымды үҫтерәләр, ҙур хужалыҡты матур итеп алып барырға ла ваҡыт табалар. Һарай эсендә һыйыр, йылҡы малы, ҡош-ҡорт тулышып йөрөй. Һәр балаһына күңел йылыһын йәлләмәй ҡәҙерлеләрем, – ти ул.
11-се класҡа тиклем Ш. Бабич исемендәге гимназияла уҡый. Әүҙем егет мәктәп советы президенты була. 9 класта уҡығанда тырыш малайҙы район исеменән "Орленок" лагерына ебәрәләр. Унда Самат Новороссийск ҡалаһын күрә, рәхәтләнеп диңгеҙҙә һыу инә, сәйәхәт итә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Был хәтирәләр әле һаман уның күңелендә йәшәй.
Унан һуң Башҡортостан дәүләт аграр университетының агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Бында егет ландшафт архитекторы белгеслеге буйынса белем ала. Бакалавриатты тамамлағас, ошо уҡ факультетҡа магистратураға бара, тик урман эше белгеслеген һайлай. Әүҙем егет уҡыған сағында студенттар советы рәйесе була, университет тормошонда ҡайнап йәшәй.
Саматтың яратҡан шөғөлө лә бар – ул бейеүсе. 1-се кластан алып “Ләйсән” ансамблендә шөғөлләнә, хатта “Байыҡ” телешоуында ҡатнашып, көсөн һанап ҡарай. Университетҡа килгәс тә ул был шөғөлөн ташламай. Дүрт йыл буйы уҡыу йортоноң арҙаҡлы “Шатлыҡ” ансамблендә бейей ул. Ошо ваҡыт эсендә улар Дондағы Ростов, Ҡазан, Һарытау, Пермь, Һамар кеүек ҡалаларҙа булып өлгөрә, һәр ерҙә тиерлек беренсе урындар яулайҙар. Өфөлә лә йыш ҡына университеттар араһында беренсе урын ала ансамблдәре.
Дәртле егет “Ете егет” телешоуында ҡатнашҡан. Бында ул бик һәләтле һәм ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым, Башҡортостандың иң матур урындарын күрҙем ти. 2020 йылда Йәштәр йыйынында ҡатнаша, унда ла бик күп танышлыҡтар, фәһем алып ҡайта.
Самат спорт менән дә дуҫ – баскетбол, саңғыла уҙышыу менән шөғөлләнә. Баянда һәм ҡурайҙа уйнай.
– Бакалавриатта уҡыған саҡта буш ваҡытым ҡалмай ине, һәр саҡ ҡайҙа булһа ла ҡатнашырға, ярышырға тура килде. Ә әле магистратурала уҡығас, үҙемдең белгеслегем буйынса “Горзеленхоз”да эшләп йөрөйөм. Тик барыбер тыныс ҡына өйҙә ята алмайым, нимә менән булһа ла шөғөлләнәм, – ти Самат.
Самат аралашырға ярата, яңы кешеләр менән дуҫлашырға әүәҫ. Донъяға һәр ваҡыт йылмайып ҡарай. Тырыш егеткә уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар шәхси архивтан.