Башҡортостан Башлығы дүрт минутлыҡ видеоролик баҫтырып сығарҙы һәм республикала йәшәүселәрҙе уны иғтибар менән ҡарарға саҡырҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, видеола төбәктең кемгә ҡаршы тороуы асыҡтан-асыҡ күрһәтелгән. Роликта Башҡортостанда рөхсәтһеҙ акциялар ойошторған экстремистар хаҡында һүҙ бара.
Хәбәр ителеүенсә, Баймаҡта үткән митингтарҙа Руслан Ғәббәсовтың* ҡатнашлығы бар тип иҫәпләнә. Был хаҡта протест барышында ҡулға алынған студенттар һөйләне. Ғәббәсов үҙе Литвала йәшәй, шунан башҡорттарҙы ҡорал ҡулланырға саҡыра!..
Тағы ла Канадала йәшәүсе Руслан Сөләймәндең дә ҡатнашлығы бар. Ул океан аръяғынан Башҡортостандың Рәсәйҙән айырылыу кәрәклеге хаҡында бәйән итә.
Фәнзил Әхмәтшин процестың күләгәле етәксеһе тип йөрөтөлә.
Бынан тыш, роликта законһыҙ акцияларҙы ойоштороусыларҙың барыһының да тиерлек наркотиктар һәм хатта кеше үлтереү өсөн хөкөм ителеүе тураһында иҫкә төшөрөлә. Ролик аҙағында Башҡортостандағы ваҡиғалар менән сит ил киң мәғлүмәт сараларының ҡыҙыҡһыныуы билдәләнә, был экстремистарҙың Рәсәй дошмандары менән бәйләнешен иҫбатлай.
*Ғәббәсов Руслан Салауат улы Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
Ходарковский Михаил Борисович Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары реестрына индерелгән.
Варламов Илья Александрович Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары реестрына индерелгән.
«Дождь» телеканалы Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары реестрына индерелгән.
«Азатлыҡ» татар-башҡорт хеҙмәте Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары реестрына индерелгән.
«Ислам дәүләте» («Ираҡ һәм Сүриәнең Ислам дәүләте», «Ираҡ һәм Леванттың Ислам дәүләте», «Ираҡ һәм Шамдың Ислам дәүләте») Рәсәйҙә террористик һәм тыйылған ойошма тип танылған.
«Башҡорт» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы Рәсәйҙә экстремистик һәм тыйылған тип танылған.
Алсынов Фаил Фәттәх улы Росфинмониторинг тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Видеоға һылтанма бында: https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_270753