Бөгөн, 23 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре менән осрашты. Унда республиканың киң мәғлүмәт саралары үҫеше һәм эшмәкәрлеге мәсьәләләре, республиканың ағымдағы йылдағы дәүләт мәғлүмәт сәйәсәте йүнәлештәре тикшерелде.
Республикала 2024 йыл төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар менән билдәләнәсәк. Улар иҫәбендә – дәүләт башлығын һайлау, Өфөгә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Республикаһы араһындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы, «Рәсәй – спорт державаһы» форумы. Һуңғыһына Президенттың саҡырыуы буйынса донъяның төрлө илдәренән спортсылар киләсәк. Ошоларға бәйле республиканың киң мәғлүмәт саралары алдында мөһим бурыстар тора.
«Беҙ Башҡортостандың нисек үҫешеүен күрһәтергә, республикала барған ваҡиғалар тураһында, тышҡы ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, төбәгебеҙҙең нисек йәшәүе, төҙөүе, ижад итеүе, киләсәккә ҡарауы хаҡында һөйләргә тейешбеҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Осрашыу барышында медиа тармаҡтың матди-техник базаһын үҫтереү, уның кадрҙар базаһын нығытыу, хеҙмәт хаҡын арттырыу мәсьәләләре лә күтәрелде. Өфөләге Матбуғат йортон реконструкциялау мәсьәләһе ҡаралды. Республика Башлығы был мәсьәләне ентекле өйрәнергә вәғәҙә бирҙе.
БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостан батальондары эшмәкәрлеген мәғлүмәти яҡтыртыуҙың мөһимлегенә иғтибар йүнәлтте. Ул республика журналистарын унда ебәреү өсөн уларҙы матди яҡтан һәм эш өсөн кәрәкле техника менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарауҙы һораны. Атап әйткәндә, хәрби операция биләмәһендә булған журналистарға тәүлек өсөн түләүҙе арттырыу, уларҙы страховка менән тәьмин итеү, хәрби хәбәрсе статусын биреүгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде. Бынан тыш, журналистарға эшләү өсөн махсус техника, вездеходтар кәрәк. Был мәсьәләләр буйынса ҡарар тәү сиратта ҡабул ителергә тейеш, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Республикала татар телендә сыҡҡан «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов республика Башлығына журналистарҙың эш хаҡын арттырыу мөмкинлеге тураһында һорау бирҙе, сөнки тариф ставкалары күптән үҙгәрмәгән. Радий Хәбиров республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчевҡа тейешле иҫәп-хисаптарҙы әҙерләргә ҡушты. Бынан тыш, Фаил Фәтхетдинов редакциялар өсөн яңы оргтехника һәм транспорт һатып алыу кәрәклеге хаҡында ла әйтте. Радий Хәбиров агентлыҡҡа ошо мәсьәләләрҙе өйрәнергә ҡушты.
Билдәле шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар өсөн ваҡытлы баҫмаларға ярҙам итеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Бындай баҫмалар аң-белем таратыу һәм тәрбиәүи миссия алып бара, тип билдәләне Лариса Хашим ҡыҙы. Башҡортостан Башлығы мәсьәләне өйрәнергә һәм уны хәл итеү юлын табырға вәғәҙә бирҙе.
Валерий Шахов фотолары.