Йәмғиәт
25 Ғинуар 2024, 11:00

Ҡамауҙа ҡалып ҡуймағыҙ!

Алдағы ике көндә республикала ҡар яуасаҡ.

Ҡамауҙа ҡалып ҡуймағыҙ!Ҡамауҙа ҡалып ҡуймағыҙ!
Ҡамауҙа ҡалып ҡуймағыҙ!

Башҡортостанда аҙна аҙағында ҡар яуыуы  көтөлә, тип хәбәр итә Башҡортостандың гидрометеорология идаралығы. Бөгөн, 25 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -9, -14 градус.

26 ғинуарҙа ла бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -25, көндөҙ -9, -14 градус.

Юлға сығырға йыйынған водителдәргә иғтибарлы булыу талап ителә. Ҡар ҡамауында ҡалып ҡуймағыҙ!

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас