“Ирем менән айырылышҡанбыҙ. Был аяныслы хәлгә уның әсәһе ғәйепле: ул баштан уҡ мине ҡабул итмәне, өҫтәүенә, ҡәйнәм менән бер фатирҙа йәшәргә тура килде. Аҙым һайын мине тәнҡитләр, бешергән ашымды яратмаҫ, биргән бүләгемде һанға һуҡмаҫ ине. Улы ла әсәһе әйткәнде тыңланы. Ошолай дүрт йылдан ашыу бергә миктәп йәшәгәс, ғаиләбеҙ тарҡалды.
Хәҙер элекке иремдең әсәһе үҙенең өләсәй икәнлеген иҫләп, балам менән осрашырға теләй. Әммә уның менән күрешеү түгел, хатта был хаҡта ишеткем дә килмәй, улымды ла ҡаты бәғерле кеше менән һис аралаштырырға теләмәйем. Был осраҡта миңә нимә эшләргә? Улым менән элекке ҡәйнәмде осраштырмаһам, нимә булыр икән?..
Зәйтүнә”.
– Тормошта төрлө хәлдәр һәм кешеләр осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәгебеҙҙә тәрән яра ҡалдырғандары ла юҡ түгел. Әммә тормош дауам итә һәм, һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, өләсәй кешенең бала менән аралашыу хоҡуғы закон нигеҙендә яҡлана. Был хаҡта Рәсәй Ғаилә кодексының 67-се статьяһында әйтелгән. Унда баланың атаһының йәки әсәһенең яҡын туғандарына – өләсәһенә, олатаһына, ағай-апайҙарына – кескәй бала менән аралашыу хоҡуғы бирелеүе хаҡында белдерелә. Әгәр был талап үтәлмәһә, улар опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итә ала.
Был осраҡта ла бала менән аралашыуҙан тыйһағыҙ, судҡа ғариза яҙыу хоҡуғына эйәләр. Ә суд бала хоҡуҡтарына һәм уның фекеренә таянып ҡарар сығарасаҡ. Был ҡарар талаптарын да һанға һуҡмаһағыҙ, административ хоҡуҡ боҙоуҙар йәки башҡарыу производствоһы закондарына ярашлы сара ҡабул ителәсәк.
Һорауығыҙҙа ҡәйнәгеҙҙе балағыҙ менән аралаштырырға теләмәүегеҙ хаҡында ғына яҙғанһығыҙ. Әгәр һүҙ өләсәйҙең бәләкәй улығыҙға насар тәьҫир итеүе, йәберләүе хаҡында барһа, судта был хаҡта дәлилдәр килтереп, аралаштырмау тураһындағы ҡарарға өмөт итә алыр инегеҙ.
Әммә ниндәй генә хәлдәр булмаһын, улығыҙҙы өләсәһе менән осраштырыу насарға булмаҫ. Һәр кемдең хаталаныуы, яңылышлыҡтар ҡылыуы ихтимал. Бәлки, һеҙҙең элекке ҡәйнәгеҙ ҙә үҙенең ҡасанғылыр ҡылыҡтары өсөн үкенәлер. Шуға оло йәштәге кешегә ҡәҙерле балаһының улы менән осрашыуҙы тыймаһағыҙ ине. Һәр нимәлә алтын урталыҡ кәрәк, тигән кеүек, был осраҡта ла ныҡлы уйлап ҡарар ҡылһағыҙ ине.
Нәсих Хәлисов фотоһы.