Йәмғиәт
25 Ғинуар 2024, 13:00

Баланы алиментҡа биреп буламы?

Ғәҙәттә, айырылышҡан ата-әсәнең береһе, бала менән бергә ҡалмағаны, алимент түләй. Ә баланың да алимент түләүе ихтимал...

Баланы алиментҡа биреп буламы?Баланы алиментҡа биреп буламы?
Баланы алиментҡа биреп буламы?

“Ата-әсәләр бәлиғ булған балаларынан алимент түләттерә ала, тип ишеткәйнем. Шул дөрөҫмө?" - тип һорайҙар ҡайһы саҡ. 

Рәсәй Ғаилә кодексының 87-се статьяһының 4-се пунктына ярашлы, хеҙмәткә яраҡһыҙ, ярҙамға мохтаж ата-әсә бәлиғ булған, эшкә яраҡлы балаларынан үҙҙәрен ҡарауҙы талап итеү хоҡуғына эйә. Алимент күләме суд тарафынан билдәләнә, әммә шул хаҡта оноторға ярамай: дәғүә белдереүселәр ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә, алимент түләнмәйәсәк.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас