Һуңғы ваҡытта республикала барған ваҡиғалар күптәрҙе борсоуға һалды. Әле Рәсәйҙә, Башҡортостанда тыныслыҡты, тотороҡлолоҡто, халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау айрыуса мөһим. Шуға ла бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплап халыҡ йыйылды. Ошо айҡанлы тыныслыҡҡа, берҙәмлеккә, илһөйәрлеккә саҡырған "Көслө Республика - Берҙәм Башҡортостан" концерты башланды. Унда республикабыҙҙың билдәле сәнғәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай.
Әйткәндәй, был сараға Өфө халҡы сыҡҡан, шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө райондарынан киләсәгебеҙ өсөн битараф булмаған кешеләр килгән.