Йәмғиәт
26 Ғинуар 2024, 08:45

Изге доғаларыбыҙ яугирҙәргә булһын

Митинг концертта Хәмзә хәҙрәт сығыш яһаны. 

Изге доғаларыбыҙ яугирҙәргә булһынИзге доғаларыбыҙ яугирҙәргә булһын
Изге доғаларыбыҙ яугирҙәргә булһын

Бөгөн Телеүҙәк майҙаны алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәйәсәтен хуплап ойошторолған концертта билдәле дән әһелдәре лә сығыш яһай. Уларҙың береһе – махсус хәрби операцияла яугирҙәрҙең руханиһы Хәмзә хәҙрәт Хафизов. Ул сәхнә аша былай тине:

– Бөгөн беҙҙең илебеҙ махсус хәрби операция барышында дошманға, фашистарға, нацистарға, шайтан армияһына ҡаршы һуғыша, был беҙҙең өсөн оло һынау булып тора. Беҙ уны матур итеп, дөрөҫ итеп үткәрергә тейешбеҙ. Әммә ләкин илебеҙ эсендә сәйәсәткә ҡаршы булып, уны эстән тарҡатырға тырышыусы насар көстәр бар. Улар халыҡ-ара һәм дин-ара ыҙғыш сығарырға әҙер торалар. Ҡөрьәндә ғонаһта һәм дошманлыҡта берләшмәгеҙ, һеҙ изгелектә, яҡшы эштәрҙә дуҫлашығыҙ, изгелек эшләп ярышығыҙ тиелгән. Бөгөн ошонда тороусыларҙың бөтәһенең дә балалары, ирҙәре, туғандары МХО-ла  ватан һағында тора. Изге йома көнөндә ихлас доғаларыбыҙ уларға барып етһен, улар имен-һау ҡайтып етһендәр ине. Бергәләп кенә ауыр заманды үткәрергә тейешбеҙ. Амин.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас