26 ғинуарҙа Өфөнөң үҙәк майҙандарының береһе булған “Торатау” конгресс-холы янында тағы ла мөһим ваҡиға үтте – 50 меңгә яҡын кеше республика Башлығы Радий Хәбировты хуплап, теләктәшлек белдереп, бер майҙанға йыйылды, берҙәмлеген күрһәтте.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов белдереүенсә, улар кемдең республика менән булғанын күрһәтергә йыйылған.
– Бөгөн бик мөһим көн. Кемдең республика менән булғанын күрһәтергә кәрәк. Сара мөһим тип иҫәпләйем, шуға ла уға ҡушылырға булдым. Әле заманалар ауыр. Беҙ республика менән! Уның көслө лидеры бар. Ул үҙенең тыуған еренә һөйөүе, көслө булыуы, яҡшыға ынтылыуы менән үҙенә тарта. Бындай ҡарашты уртаҡлашабыҙ, хуплайбыҙ, – тине Марат Ғәзизов.
Фото: “Башҡортостан” гәзите.