27 ғинуарҙа, Ленинградты фашистарҙың блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнөндә, Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Владимир Владимирович Путиндың Төбәк һайлау штабында блокадалы Ленинградта йәшәгән ҡатын менән штаб ирекмәндәренең тематик осрашыуы үтте.
Йыл һайын илебеҙҙә Ленинградты фашистарҙың блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Һәр кемдең был бөйөк көнгә ҡатнашлығы һәм тарихи хәтерҙе өлкән быуындан, хәтерләүселәрҙән, үҫеп килеүсе быуынға тапшырыуы мөһим.
Башҡортостан Ленинград менән тығыҙ бәйләнгән. 1942 йылда 20 меңдән ашыу Ленинград гражданы республикаға эвакуацияланған. Улар төбәккә килеүен дауам иткән һәм 1943 йылдың көҙөндә 32 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән. Башҡортостанға эвакуацияланғандарҙың араһында балалар ҙа күп булған. Башҡорт АССР-ының меңәрләгән яугире иһә Ленинград эргәһендәге оборона һәм һөжүм итеү һуғыштарында ҡатнашҡан.
Блокадалы Ленинградта тыуған Шәкирә Ғәйбәҙулла ҡыҙы штаб ирекмәндәре менән осрашты, улар бергә Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте тарафынан блокадалы Ленинград тураһында әҙерләнгән фильм ҡараны. Шәкирә Ғәйбәҙулла ҡыҙы ата-әсәһе, бала сағы, «блокада икмәге»нең 125 грамы, тыуған илен лайыҡлы яҡлаған геройҙар, йәш быуындың ғүмере һәм ҡиммәттәре хаҡында һөйләне. Ул илебеҙ менән бик ғорурланыуын, Ленинградты тулыһынса азат итеүҙең 80 йыллығын үҙ күҙҙәре менән күреү бәхете тейеүенә шатланыуын белдерҙе.
Штаб ирекмәндәре оло йәштәге апайға осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе, ата-бабаларҙың иҫтәлегенә лайыҡлы булырға тейешбеҙ, тип билдәләне.
Фото рәсми сығанаҡтан.