Йәмғиәт
31 Ғинуар 2024, 08:30

Республикабыҙ – алдынғылар рәтендә

R&C Күргәҙмә ғилми-тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан РФ төбәктәре араһында ваҡиғалар потенциалы рейтингында өсөнсө урынды биләй.

Республикабыҙ – алдынғылар рәтендәРеспубликабыҙ – алдынғылар рәтендә
Республикабыҙ – алдынғылар рәтендә

Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләне.

– 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ошо рейтингта ике баҫҡысҡа күтәрелде. Был - бик ҡыуаныслы ваҡиға. Әммә, өлгәшелгән һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, беҙ был өлкәлә эште көсәйтергә ниәтләйбеҙ. Әлеге ваҡытта республиканың баш ҡалаһында үтәсәк Рәсәй менән Ҡаҙағстандың Хеҙмәттәшлек форумына һәм “Рәсәй – спорт державаһы” форумына әҙерлек алып барабыҙ, – тине Андрей Назаров.

2024 йылда Башҡортостанда “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы, “Евразия йөрәге” фестивале, “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы”, “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале һәм башҡалар үтәсәк. Әлеге ваҡытта ағымдағы йылға саралар планы төҙөлгән, ул 100-ҙән ашыу пунктты үҙ эсенә ала.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас