Унда төбәк етәксеһе алтын сығарыу компаниялары майҙансыҡтарында булды, ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эш технологияһы менән танышты, шулай уҡ яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр менән аралашты.
Поляковка ауыл советы биләмәһендә алтын сығарыу эше менән “Карано-Александровское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт шөғөлләнә. Предприятиеның генераль директоры Ирек Ғизәтуллин әйтеүенсә, ятҡылыҡты эшкәртеү проекты 12 йылға иҫәпләнгән, ә артабан иһә ер участкаһы рекультивацияланасаҡ. Урында 170 кешегә эш урыны булдырылған, уртаса эш хаҡы – айына 85 мең һум.
Муниципалитет хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов әйтеүенсә, “Карано-Александровское” предприятиеһының документтары теүәл, улар тәбиғәтте һаҡлау технологияларын тулыһынса үтәй. Өҫтәүенә, компания үҙ өҫтөнә социаль йөкләмәләр ҙә алған. Мәҫәлән, улар Вознесенка ауылында балалар майҙансығы һәм хоккей ҡумтаһы төҙөргә булышлыҡ иткән.
Радий Хәбировтың халыҡ менән осрашыуы сиктәрендә ауылдарға газ үткәреү, юлдар һалыу, социаль объекттар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Мансур ауыл советы биләмәһәһендә республика Башлығы “Етенсе цех” карьерын ҡараны. Силәбе өлкәһендә теркәлгән предприятие “Көнсығыш Абҙаҡ” участкаһында алтын сығара. Тик компания эшмәкәрлегендә бер нисә хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған һәм етәкселеккә уларҙы бөтөрөү буйынса талаптар ебәрелгән.
Бында ла төбәк етәксеһе Абҙаҡ ауылы халҡы менән аралашты. Улар фельдшерҙарға ҡытлыҡ кисереү, юлдар, почтаның бинаһын ремонтлау кеүегерәк һорауҙарҙы күтәрҙе.
Фото: glavarb.ru