Йәмғиәт
31 Ғинуар 2024, 17:50

Учалылар республика Башлығы менән осрашты

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия эше намыҫһыҙ алтын табыусыларҙың 13 лицензияһын юҡҡа сығарҙы.

Учалылар республика Башлығы менән осраштыУчалылар республика Башлығы менән осрашты
Учалылар республика Башлығы менән осрашты

Радий Хәбиров Учалы районында граждандарҙы ҡабул итте.

Учалы районындағы республика Башлығы менән осрашыуҙа ике кеше Поляковка ауыл советы биләмәһендә алтын сығарыу компаниялары эшмәкәрлегенең экологик эҙемтәләре тураһында борсолоу белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, геологик разведка һәм әҙерлек эштәре хоҡуҡ боҙоуҙар менән үткән.

Радий Хәбиров был хәлде тикшереү өсөн бөтә мәғлүмәтте прокуратураға тапшырасағын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе алтын сығарыу предприятиеларының эш урындарына барып, халыҡ менән осрашыуын билдәләп үтте.

 – Беҙҙә тейешле лицензия алған ике компания бар. Береһе әлеге ваҡытта эш алып бара, икенсеһе әлегә геологик разведка менән шөғөлләнә. “Карано-Александровское” ойошмаһына ҡарата халыҡ: “Намыҫлы ойошма, уның менән эшләйәсәкбеҙ", – тине. - Ә “Етенсе цех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә дәғүәләр бар. Был ойошма буйынса, әгәр беҙҙең мәсьәләләрҙе хәл итмәһәләр, лицензияны тартып алырға хәл иттек, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға федераль агентлыҡ, беҙҙең үтенес буйынса, тәүге тапҡыр 2030 йылға тиклем Башҡортостан биләмәһендә алтын сығарыуға лицензиялар биреүгә мораторий индерҙе. Ә беҙҙең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия эше намыҫһыҙ алтын табыусыларҙың элек бирелгән 13 лицензияһын юҡҡа сығарҙы.

Тағы ла осрашыу барышында бер кеше, ҡаланы ышаныслы һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итәсәк һыу үткәргес төҙөү кәрәклеген билдәләне. Ғәмәлдәге һыу алыу Учалынан 10 саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан, һуңғы ваҡытта авариялар арҡаһында һыуҙы һүндереү осраҡтары йышайған. Яңы һыу үткәргестең яҡынса хаҡы - 140 миллион һум самаһы.

Был осраҡта республика Башлығы ҡалаға торлаҡ-коммуналь хужалыҡты камиллаштырыу федераль программаһында ҡатнашыуға тиҙ арала ғариза бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм дә Башҡортостан Хөкүмәтенә тейешле йөкләмәләр бирәсәген өҫтәне.

Бөйҙө ауылында йәшәүсе иһә республика буйынса мәғариф хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләүҙең берҙәм маҡсатлы күрһәткесен билдәләү кәрәклеге тураһында мәсьәлә күтәрҙе. Учалы районы уҡытыусыларының эш хаҡы кимәле республикала һуңғы урындарҙың береһендә тора, тип билдәләне ул.

Радий Хәбиров был теманы мотлаҡ хәл итәсәген һәм төбәктең Мәғариф һәм фән, Финанс министрлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып барасағын билдәләне.

Төбәк етәксеһе менән осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә ситтә ҡалманы, урындағы халыҡ Башҡортостан Башлығына диабет менән яфаланған балаларға сенсорҙар һәм инсулин биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Был проблеманың медицина ойошмаһы яғынан медикаменттар һәм материалдарҙы ваҡытында һатып алмау арҡаһында килеп тыуғанын билдәләп үтте.

Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән телефон аша бәйләнешкә инде, ул иһә ғариза биреүселәрҙең сенсорҙар һәм инсулинды 2024 йылдың беренсе кварталында аласағын хәбәр итте.

 

Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Учалылар республика Башлығы менән осрашты
Учалылар республика Башлығы менән осрашты
Учалылар республика Башлығы менән осрашты
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас