Йәмғиәт
1 Февраль 2024, 11:30

Яҡташтарыбыҙ грантҡа эйә булған

2023 йылда республиканан дүрт проект РФ Ауыл хужалығы министрлығында “Агротуризм” грантына һайлап алыу турын үтте.  

Яҡташтарыбыҙ грантҡа эйә булғанЯҡташтарыбыҙ грантҡа эйә булған
Яҡташтарыбыҙ грантҡа эйә булған

Республика вәкилдәре отҡан гранттың дөйөм күләме 22,7 миллион һумдан ашыуға барып баҫҡан. 2022 йылда был күрһәткес 7,5 миллион һум тәшкил иткән, ә грантҡа бер проект эйә булған.

–  Башҡортостандағы ауыл биләмәләренә турҙар бик мауыҡтырғыс,– тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бигерәк тә аҙыҡ-түлек етештереү донъяһына сумыу, үҙеңде аграрий ролендә һынап ҡарау яғынан. Шулай уҡ туристарҙы беҙҙең биләмәләрҙең үҙенсәлекле тарихи һәм тәбиғи-климат үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра.

2023 йылда Кушнаренко районынан фермер Әхсән Насибуллиндың проекты 8,8 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Баймаҡ районынан Денис Өмөтбаев - 4,8, Әсләм Ишморатов 4,2 миллион һум, ә Туймазынан Фазыл Ғәлимов биш миллион һум күләмендә грант отҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Әбйәлилдән Айтуған Фәттәхов грант отоуға өлгәшкәйне.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас