+24 °С
Ямғыр
Өфө ҡалаһынан биш йәшлек Эмир Пайдем Беренсе каналда ойошторолған “Лучше всех!” проектында ҡатнашҡан. Малайҙың сығышы ваҡытында бөтә зал һоҡланыуынан тын ҡалған.
Үҙенең сығышында малай яттан “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләгән. Ул барыһын да иҫ киткес хәтере, таланты менән таң ҡалдырған.
Эмир үҙе тураһында былай тип һөйләгән: дискотекаларға йөрөргә ярата, тик ҡыҙҙар менән һөйләшергә оялыңҡырай икән. Ҙурайғас һунарсы булырға һәм йәнлек тиреләренән эшләнгән палаткала йәшәргә теләй.