Йәмғиәт
2 Февраль 2024, 17:30

Наградалар тапшырылды

Кампус бинаһын төҙөүгә ҙур өлөш индергәндәр бүләкләнде.

Наградалар тапшырылдыНаградалар тапшырылды
Наградалар тапшырылды

Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара кампус бинаһында кампустың беренсе сиратын реконструкциялауға ҙур өлөш индергән кешеләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә тәүге кампус элементын асыу тантанаһы 1 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үтте.

Бүләкләү тантанаһын асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төҙөүселәр командаһы алдында торған бурыстың бик ҡатмарлы булыуын билдәләп үтте.

Премьер-министр бөтәһе 76 награда тапшырҙы. Өс кеше Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, берәүһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ төҙөлөштә ҡатнашыусылар БР Башлығының һәм БР Хөкүмәтенең Почет грамоталары, БР Башлығының һәм БР Хөкүмәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас