Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре Иглин районында М5 трассаһының 1535 километрында ике йөк автомобилен һүндерә.
Мәғлүм булыуынса, ике ҙур йөк машинаһы бәрелешеп, янып киткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған.
Юлды япҡандар, 1525 километрҙан 1542 километрға тиклем Майский – Оло Теләк – Урман – Ауструм ауылдары аша урап үтеү юлын ойошторғандар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы хәлде контролдә тота.
Фото: mchsrb