Бер кемгә лә сер түгел, үкенескә ҡаршы, бөгөн яҙмышын тыуған төйәге, атай-әсәй нигеҙе булған ауылы менән бәйләргә теләгән йәштәр әллә ни күп түгел. Был мәсьәлә ауылдарҙың киләсәге тураһында борсоулы уйҙарға һала. Шулай ҙа командировкалар мәлендә тыуған төйәгендә төпләнеп, йорт һалған, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән йәштәр менән танышһаң, күңелдә өмөт осҡондары уяна.
Яңауыл районына эш сәфәребеҙ барышында ла шундай матур ғаилә менән танышырға насип булды.
Гөлнара менән Рәмзис Рәхмәтуллиндар – Байғужаның уңған, татыу ғаиләләренең береһе. Улар – ауылда үткән һәр сарала иң әүҙем ҡатнашыусы ла, мәҫәлән, Яңы йыл байрамында ғаилә менән I урынды яулағандар. Районда үткән сараларҙа ҡатнашыуҙан да баш тартмайҙар.
Гөлнара – урындағы икмәк бешереү цехында, Рәмзис нефть һәм газ табыу буйынса оператор булып эшләй. Бынан тыш, Рәхмәтуллиндар һыйыр малы аҫрап, был шөғөлдөң дә файҙаһын күрә.
- Тырышһаң, файҙаһы бар. Һөт ризыҡтарын туғандар, ауыл халҡы һатып ала. Унан бигерәк, үҙең етештергән һөттөң дә, иттең дә тәме бөтөнләй башҡа бит ул, - ти хужалар.
Малдарҙы ҡарашыуҙа IX класта уҡыған Айҙар менән IV класс уҡыусыһы Айнур ҙа ҙур ярҙамсы. “Кәртә-ҡуралағы эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ, уның ҡарауы улдарыбыҙ эш белеп үҫә”, - ти Гөлнара. Әйткәндәй, егеттәр спорт менән ихлас мауыға, Айҙарҙың саңғы, волейбол буйынса уңыштары тос.
Малды күпләп аҫрағас, уларға аҙыҡты ла мул итеп әҙерләргә кәрәк. Йәштәр бесән эштәрендә ярҙам иткән туғандарына ҙур рәхмәтле. Үҙҙәре баҡса тултырып мал сөгөлдөрө, ҡабаҡ, бәрәңге үҫтерә. Киләсәктә һыйырҙарының һанын ишәйтергә лә уйҙары бар, тик бының өсөн тейешле техникаға эйә булырға кәрәк, ти хужа.
Тормоштоң арыу уҡ һынауҙарын татығандан һуң бергә булған Гөлнара менән Рәмзис мотлаҡ ауылда төпләнергә ҡарар итеп, йорт һатып алған. Әле унда ремонт эштәре башлап ебәргәндәр. Бының матур сәбәбе лә бар – Аллаһ бойорһа, йәйгелеккә бәпес алып ҡайтырға уйлайҙар.
"Рәмзис минән йәшерәк булыуға ҡарамаҫтан, ышаныслы терәк һәм таяныс. Тормош юлымда шундай кешене осратыуыма, бөгөнгө бәхетемә шөкөр итеп, яратыуын тойоп йәшәйем. Улдарымды ла үҙ балалары кеүек итеп ҡабул итте, бының өсөн айырыуса рәхмәтлемен", - ти Гөлнара.
Бәхетегеҙ һәр ваҡыт түңәрәк булһын, тигән изге теләктә хушлаштыҡ Рәхмәтуллиндар менән.
Әйткәндәй, Яңауыл районының Байғужа ауылы быйыл республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ошондай татыу, уңған кешеләре, матур ғаиләләре менән билдәле ауылға был бәйгелә уңыштар теләйбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.