Йәмғиәт
7 Февраль 2024, 07:00

Республикала әсә менән ҡыҙ юғалған...

Уларҙың ҡайҙа булыуы 5 февралдән билдәһеҙ... Эҙәрмәндәр ярҙам һорай. 

Республикала әсә менән ҡыҙ юғалған...Республикала әсә менән ҡыҙ юғалған...
Республикала әсә менән ҡыҙ юғалған...

Республикала 23 йәшлек Зилә Аҡбурова (Маскова) менән туғыҙ айлыҡ Венера Маскова юғалған. Был турала “Лиза Алерт” ирекмәндәре хәбәр итә.

Мәғлүмәттәр буйынса, улар Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәгән. Ирекмәндәр Зилә менән Венераның республиканың һәр районында ла була алыуы тураһында фаразлай.

Әсәнең буйы 168 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара сәсле. Юғалған көндө ҡара йәшел төҫтә мамыҡ куртка, ҡара салбар һәм ботинка кейгән. Бәләкәй Венера сәскәләр төшөрөлгән алһыу курткала, һоро шапкала булған.

 

Фото: “Лиза Алерт”

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас