Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәгән 23 йәшлек әсә менән туғыҙ айлыҡ ҡыҙҙы эҙләү эштәре туҡтатылған. Зилә Аҡбурованың ире хәбәр итеүенсә, ғәзиздәре иҫән-һау табылған.
– Уларҙың табылыуы тураһында полициянан хәбәр иттеләр. Әлегә тулыраҡ мәғлүмәт көтәм. Иң мөһиме - ҡыҙым иҫән-һау, – ти Айнур Аҡбуров.
“Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды хәбәр итеүенсә, әлегә эҙләүҙәр “мәғлүмәтте тикшереү өсөн” туҡтатылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Зилә Аҡбурова менән ҡыҙы 5 февралдә Красноусольскиҙа туғандарына хәл белергә барған. Тик ҡунаҡта ҡатын үҙен бик сәйер тота башлаған: тәүҙә таңғы 4-кә тиклем ҡайҙалыр йөрөп килгән, һуңынан ҡыҙын алып билдәһеҙ яҡҡа юл тотҡан.
Фото: Зилә Аҡбурованың шәхси битенән.