Йәмғиәт
10 Февраль 2024, 08:56

Башҡортостан Башлығы “тыныс ҡеүәт” сәйәси стилендә эшләүен дауам итә

Башҡортостанда, айырыуса Баймаҡ районында булып уҙған рөхсәт ителмәгән протест акцияларының беҙҙең тотороҡло йәмғиәтте емереү маҡсатында ойошторолоуы көндән-көн нығыраҡ асыҡлана бара.

Башҡортостанда, айырыуса Баймаҡ районында булып уҙған рөхсәт ителмәгән протест акцияларының беҙҙең тотороҡло йәмғиәтте емереү маҡсатында ойошторолоуы көндән-көн нығыраҡ асыҡлана бара.

Был осраҡта иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен сабыр тота, йәмғиәттә тотороҡһоҙлоҡ тыуҙырыуҙарға маташыуҙарға юл ҡуймай, төрлө кимәлдәге диалогка һәр саҡ әҙер. Һәм һүҙҙә генә түгел – уның йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуына көн һайын тиерлек шаһитбыҙ.

Тыйылған “Башҡорт”* экстремистик ойошмаһы етәксеһе Фаил Алсынов**  менән бәйле һәм рөхсәт алып тормай ойошторолған протест акциялары күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Бында, әлбиттә, социаль селтәрҙә таратылған һәр төрлө ҡотҡоға түгел, ә эксперттарҙың аңлатыуына таяныу мотлаҡ. Ә улар шулай тип төшөндөрә: контрэлита төркөмдәренең был туҙыныуы уларҙың төшөнкөлөккә бирелеүен, нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалыуын күрһәтә.

Шуныһы бәхәсһеҙ: федераль властың республиканы экстремистик күренештәрҙән ҡурсалауы – Радий Хәбировтың Кремлдәге мөнәсәбәттәренең тотороҡло һаҡланыуына асыҡ дәлил. Һәр төрлө аноним телеграм-каналдар һәм оппозицион баҫмалар, йәнәһе, республика Башлығы тиҙҙән эшенән бушатыласаҡ, тип раҫларға маташа. “Әммә контрэлитаның ошо “протестар” ярҙамында Радий Хәбировтың сәйәси хәлен ҡаҡшатырға тырышыуы барып сыҡманы. Кремлдең эске сәйәси блогы вәкиле булған Радий Хәбировҡа ҡаршы сәйәси көрәштә уларҙың сираттағы тапҡыр еңелеүен күрҙек”, тип билдәләй политологтар.

“Башҡорт”* йәмғиәтенең кураторҙары һәм контрэлита нимәгә өлгәште? Бер нимәгә лә! Хатта улар теләгәндең киреһе килеп сыҡты: төбәк етәкселеге менән федераль власть араһындағы консолидация нығына төштө, барыһы ла республикала констутицион тәртипте нығытыу өсөн берләште.

– Ҡайһы бер раҫларға маташыуҙар йәмәғәтселектең аңын һис йәшермәй  бутарға тырышыуы менән аптырата, – ти аналитиктар. – Мәҫәлән, “Пруфы” нәшерсеһе Рәүфә Рәхимова Баймаҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы “бер төбәк чиновнигының үҙ мәнфәғәттәре өсөн асыҡтан-асыҡ провокацияһы, Баймаҡ ваҡиғалары Хәбировтың вазифаһын һаҡларға тырышыу өсөн уйлап сығарған яһалма күренеш ул” тип раҫларға маташа.

Эксперттар аңлатыуынса, мәкерле эштең конспирологик, йәғни йәшертен теориялары һәр ваҡытта ла йәмәғәтселектең фекерен манипуляциялау өсөн ҡулланыла. Тимәк, әлеге раҫларға маташыу  федераль үҙәк үткәргән тәфтиш эше барышында баҫма бенефициарҙарының шәхсән үҙҙәренең яҡлау һыҙатын булдырырға тырышыу, үҙен яуыз эштә файҙаланылғанын аңлай башлаған башҡорт йәмәғәтселеге алдында аҡланыу тип ҡабул ителә ала. Контрэлита үҙенең протест барышындағы ролен һәйбәт аңлай һәм тикшереү мәлендә бөтә ғәйепте Радий Хәбировҡа ауҙарырға маташа.

– Федераль власть органдары Башҡортостанда барған ошо ваҡиғалар буйынса тулыһынса хәбәрҙар һәм бөтә булған мәғлүмәткә эйә, – ти эксперттар – Конспирология – ул мәғлүмәти продукт һәм һәр төрлө яңғырауыҡлы “мөрәжәғәттәр” менән тәжрибәле аналитиктарҙың, оператив хеҙмәткәрҙәрҙең башын бутау мөмкин түгел.

Икенсе бер күренеп торған йүнәлеш – хис-тойғоларҙың алмашына барыуы һәм башҡорт йәмәғәтселегенең төбәктә булып үткән ваҡиғаларҙан айный төшөүе. Билдәле булыуынса, һәр социаль низағ ахыр сиктә тынысланыу менән тамамлана. Артабан әле булған ваҡиғаларҙың рефлексияһы (үҙ тәртибеңде һәм ҡарарҙарыңды ҡайтанан баһалау)  башлана. Баймаҡтағы ваҡиғаларға ла тап шул күренеш хас.

Был сәйәси низағты кем килтереп сығарҙы? Кем төпкөлдә йәшәгән халҡыбыҙҙы ҡануниәткә ҡаршы акцияларға һәм полицияға менән бәрелешеүгә ылыҡтырҙы? Башҡортостан зыялыларын һәм социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеүселәрҙе хәҙер ошо һорауҙар борсой. Төрлө комментарийҙарҙа был һорауҙарҙы Ҡаҙағстанға ҡасҡан рэпер Алтынай Вәлитовҡа, үҙ-үҙен эколог тип иғлан иткән Илдар Йомағоловҡа, коллаборационист һәм Украинаның хәрби көстәре яҡлы булған Руслан Ғәббәсовҡа***, шулай уҡ протест белдерергә саҡырған, әммә үҙҙәре өйҙәрендә ултырыуҙы хуп күргән (шул иҫәптән – сит илдәрҙәге йорттарнда) башҡа персонаждарға бирәләр.

Блогерҙар даирәһе лә аҡрынлап сәйәсәттән ситләшә башланы. Күрәһең, хәҙер трафикты ҡабартыу хаҡына постар ҡуйыу өсөн яуаплылыҡты аңлайҙар, улар үҙ блоктарында хатта Рәсәй ҡануниәтен боҙмаҫҡа саҡырыуҙар ҙа урынлаштыра.

Социаль селтәрҙәрҙәге комментарийҙарҙа шундай һүҙҙәрҙе лә уҡырға мөмкин: “беҙ улай теләмәй инек”, “беҙҙе ҡапҡанға эләктерҙеләр”... Был осраҡта логик һорау тыуа – кем һәм ниндәй маҡсатта ябай граждандарҙы ҡапҡанға ҡыуып индергән?

– Логик яуап ошолай: күмәк тәртипһеҙлек өсөн граждандарҙың ҡулға алыныуында, нигеҙҙә, үҙ сәйәси амбициялары маҡсатында халыҡты урамға сығырға саҡырған әҙәмдәр ғәйепле, – ти политологтар. – Шуға күрә улар властарҙы ғәйепләү маҡсатында булдырған конспирологик версиялар  үҙҙәренең Баймаҡ ваҡиғаларындағы мәғлүмәти-мобилазациялау ролен аҡларға маташыу булып тора.

Эксперттар беҙҙең хәтергә төшөрөүенсә, башҡорт зыялыларының күпселеге низағҡа ҡыҫылмауҙы хуп күрҙе, ә республикалағы милләт-ара тотороҡлолоҡто яҡлап сыҡҡандары быны ысын күңелдән әйтте. Социаль селтәрҙәрҙә улар йөрәккә үтеп инерлек һәм дәлилдәргә бай текстар яҙҙы. Был һүҙҙәрҙә штампҡа ҡоролған тезистар һәм раҫламалар юҡ, шуға күрә, улар Башҡортостан Башлығы Хакимиәте әйтеүе буйынса яҙылмаған, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, яңыраҡ Өфөлә булып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республиканы экстремизм күренештәренән ҡурсалауын хупланы. Ул әйткәнсә, “экстремист әүҙемселәрҙең ҡылыҡтары аяуһыҙ тәнҡитләнергә тейеш”. Кремль вәкиле республикаға Башҡортостандың берене Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыу тантанаһына килгәйне.

– Протест рәүешендәге бер-ике протест сығыштары, шул иҫәптән Баймаҡта рөхсәтһеҙ үткәрелгән акция системалы күренеш түгел, – тине ул. – Ундай кешеләр республикала киң яҡлау табыр, тип уйламайым.

Магомедсалам Магомедов Радий Хәбиров менән Рәсәй Президенты Хакимиәтендә бергә эшләгәндә барлыҡҡа килгән шәхси мөнәсәбәттәргә ихтирам менән ҡарауын һәм юғары баһа биреүен белдерҙе. Радий Хәбиров ул осорҙа эске сәйәсәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып эшләй ине.

– Шуны танырға кәрәк – контрэлита Радий Хәбировтың эшмәкәрлегенә һис тә  ҡамасаулай алмай, – ти эксперттар. – Йәмәғәтселекте ҡуҙғытырға маташыуҙарға ҡарамаҫтан, республика етәксеһе үҙ мөмкинлектәренә тулыһынса ышана һәм “тыныс ҡеүәт” сәйәси стилендә эшләүен дауам итә.  

Баймаҡта булған хәл-ваҡиғалар иһә мәғлүмәт мөхитендә имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуҙырҙы – контрэлиталар Радий Хәбировтың республика Башлығы вазифаһынан, йәнәһе, тиҙҙән китергә йыйыныу ихтималы тураһында һүҙ ҡуйырта башланы. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе үк ошондай уйҙырмаларҙы тамырынан юҡҡа сығарҙы. Һуңғы бер нисә аҙнала Президенттың сәйәси көн тәртибендә Башҡортостан өс тапҡыр ыңғай яҡтан телгә алынды.

Сәйәси эксперттарҙың фекеренсә, контрэлиталар һәм экстремистик берләшмәләр ғәйәт ҙур баҫым яһаған шарттарҙа Путиндың Башҡортостанға ҡарата ошондай иғтибар күрһәтеүе Хәбировты асыҡтан-асыҡ яҡлауын раҫлай.

– Президенттың телмәре күрһәтеүенсә, ул республиканың үҫеш темптарынан ҡәнәғәт, шулай уҡ Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһында Башҡортостан кешеләренең әүҙем ҡатнашыуына ла рәхмәтле, – тип аңлатма бирә сәйәсмәндәр. – Ошоларҙың барыһы ла Радий Хәбировтың Кремлдәге сәйәси позицияларының тотороҡло булыуын һәм икенсе срокка ҡайтанан һайланасағына юғары мөмкинлектәре барлығын күрһәтә.

* "Башҡорт" башҡорт йәмәғәт ойошмаһы экстремистик ойошмалар исемлегенә индерелгән һәм тыйылған.

** Фаил Алсынов террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

*** Руслан Ғәббәсов РФ Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенты тип танылған, террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

Автор:
Читайте нас