Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 22:00

Сараһыҙҙан ноҡотсоға барҙым...

Билдәһеҙлек йонсотһа, сараһыҙлыҡ аптыратһа, ноҡот һалдырырға Амангилдегә киләләр.

Сараһыҙҙан ноҡотсоға барҙым...
Сараһыҙҙан ноҡотсоға барҙым...

Күп дин әһелдәре ноҡот һалыу ярамай тиһә, икенселәре диндә ноҡот һалыу тыйылмай тиҙәр. Әммә халҡыбыҙҙа элек- электән ноҡот һалыу булған, бар һәм буласаҡ та. Әммә уны кәрт һалыу менән бутарға ярамай. 

Төрлө райондарға командировкаларға сыҡҡанда һәр саҡ ҡыҙыҡлы шөғөлдәре булған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дауам иткән, им-том менән шөғөлләнгән кешеләр хаҡында һорашам, уларҙы табып, осрашырға тырышам. Был юлы ла Әбйәлил районының Амангилде ауылына барғанда ноҡот һалған Сара Вәлиева менән танышырға тура килде. Әйткәндәй, уның юрауҙары тура килә, ти ауылдаштары. 

Сара Зиннур ҡыҙы - Хәлил ауылы ҡыҙы. Амангилде ауылында тормошта, алты бала әсәһе. Тәүге тапҡыр ноҡотто туғыҙынсы класта уҡыған саҡта иптәш ҡыҙҙарының һорауы буйынса һала. "Алты йәштән бәпкә көткәндә һәр саҡ күрше Мөбинә инәй менән көтә инек. Инәй һәр саҡ ноҡот һалыр ине, кешеләр уны эҙләп күрше ауылдарҙан да килә торғайны. Уның һалғанын күреп, күңелемә һеңдереп үҫкәнмендер инде, күрәһең Был хәл һәр яҙ ҡабатлана ине. Туғыҙынсы класты тамамлаған йәй бер төркөм ҡыҙҙар менән йәйләүгә һыйыр һауырға төштөк. Йәш саҡ, арып та китәбеҙҙер инде. Элек "сменщик"тар булмай торғайны бит. Ҡыҙҙарҙың береһе минең ноҡот һалыуҙы белгәнме, юҡмы икән, "Әйҙә Сара, ноҡот һал әле. Иртәгә беҙгә килерҙәр микән "сменщиктар", беҙ ҡайтырбыҙмы ялға?" -тип тәҡәтте ҡоротто бит. Тиҙ арала ташын да йыйып индерҙеләр, һалдым. "Килә тинем, хәҙер 20 минутатн килеп инәләр, әйҙәгеҙ, беҙ ҡайтырға әҙерләнәйек",  - тип тә өлгөрмәнем, апайҙар килеп тә етте. Шунан аҡрынлап ҡулыма ноҡот ала башланым. Әммә ноҡот һалам, тип кешеләргә әйтмәнем, белдермәнем. Яҡындарым ҡына белде. Кейәүгә сыҡҡанда ла берәү ҙә белмәй ине. Ҡаҙ өмәһендә бер апайҙың ҡолоно менән бейәһе юғалып, ныҡ бошоноп ултырғас, түҙмәнем, ноҡот һалдым. "Бейәң иҫән- һау, Бөрйән районының Ҡолғана юлында тора, барып ал", - тигәс ноҡот һалыуымды күптәр белде",  - ти Сара ханым.

Бик һирәк осраҡта ғына ул кешеләргә ноҡот һала, сирҙәрен әйтә, нисек дауалау юлдарын да өйрәтә. Хатта уның менән һөйләшкәндә кеше күңелен дауалай торған психологҡа ла оҡшатып ҡуйырға мөмкин. Ипләп кенә күңелеңде асып һала, унан сығыу юлдарын барлай, үҙең белгән һәм белмәгән сирҙәреңде, ауыртҡан урындарыңды тәфсирләп әйтеп сыға. 

Сара Вәлиева эшҡыуарлыҡта ныҡлы баҫып торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Уның бер нисә ауылда үҙҙәренең магазины бар, ире, балалары менән ғаилә бизнесын булдырған улар. Шуға күрә күп осраҡта ноҡот һалырға ла ваҡыты юҡ. Шулай ҙа сараһыҙлыҡтан интеккән саҡта, Сараға барып, күңелдәрегеҙҙе имләп ҡайтырға кәңәш итер инем. Ни тиәң дә ауыр хәлгә ҡалған кешене ноҡотсо йыуата, уны хәүеф-хәтәрҙән аралай, үҙ кәңәштәрен бирә.

Сөнки элек-электән халҡыбыҙ араһын­да шифалы доғалары менән өшкөр­гән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыу­ған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡ­ҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған, ноҡот һалған  кешеләр һәм кендек инәй­ҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡа­рылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имсе­ләренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.

Автор фотоһы.

Сараһыҙҙан ноҡотсоға барҙым...
Сараһыҙҙан ноҡотсоға барҙым...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: