Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль , 13:30

Быйыл 123 биләмә яңырасаҡ

Ҡала һәм ауылдар күркәмләнеүен дауам итә

Быйыл 123 биләмә яңырасаҡ
Быйыл 123 биләмә яңырасаҡ

Быйыл Башҡортостанда “Ҡала мөхите” федераль программаһы сиктәрендә 1 миллиард 174 миллион һумға 123 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе.

Иң ҙур проекттар араһынан Өфөләге Башҡортостан Урмансылары паркын төҙөкләндереүҙе айырып билдәләргә мөмкин. Төҙөкләндереүҙән һуң бында ҙур һәм бәләкәй спорт майҙансыҡтары, ике балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, пикник өсөн зона яңыртыласаҡ, йәйәүлеләр һәм һуҡмаҡтар төҙөкләндереләсәк, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ.

Тағы бер ҙур проект – Салауат ҡалаһында Салауат Юлаев бульвары буйлап, Бочкарев урамынан алып Островский урамына тиклемге участкала аллеяны төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тормошҡа ашырыла. Проектта сәскәләр композициялары, йәшелләндереү, парк йыһаздары ҡуйыу, декоратив перголалар булдырыу ҡаралған.

Мәләүездә “Дан” үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Төньяҡ һәм көньяҡ инеү юлдарын, фонтанды һәм парк майҙандарын яңыртасаҡтар. Япмалы өҫтәмә ял урындары булдырыласаҡ.

Быйыл республика ҡалаларында – 67, ауылдарҙа 56 проект тормошҡа ашырыла. Бөтә объекттарҙы 2024 йылдың көҙөнә тапшырырға тейештәр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: