Йәмғиәт
12 Февраль 2024, 15:00

Мәскәүҙә фатиры булғанлығын үҙе лә белмәгән

 Баҡтиһәң...

Мәскәүҙә фатиры булғанлығын үҙе лә белмәгәнМәскәүҙә фатиры булғанлығын үҙе лә белмәгән
Мәскәүҙә фатиры булғанлығын үҙе лә белмәгән

Өфөлә йәшәүсе “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы мутлашыу схемаһы арҡаһында фатирлы булған. Ошо турала, “Царьград” телеканалына һылтанып, “Башинформ” хәбәр итә.  

Мәскәүҙә йәшәүсе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәр өсөн квитанцияла фатирының хужаһы яңы кеше икәнен асыҡлай. Ир Росреестрға мөрәжәғәт иткәс, ул көҙгөһөн үк үҙенең күсемһеҙ милкен Өфөлә йәшәгән билдәһеҙ кешегә бүләк иткәне асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта милек икенсе хужаға һатыу-һатып алыу сифатында түгел, ә нотариус ҡатнашлығынан тыш бүләк булараҡ күскән. Барыһы ла дистанцион рәүештә эшләнгән: документтар электрон һанлы ҡултамға менән раҫланған.

Шуныһы ҡыҙыҡ: зыян күреүсе бер ҡасан да электрон ҡултамға рәсмиләштермәүен белдергән. Тик күпмелер ваҡыттан һуң ул былтыр көҙ “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетын урларға маташыуҙарын иҫенә төшөргән. Ир был хаҡта техник ярҙамға хәбәр итә һәм уға уның аккаунты менән бер ниндәй ҙә аномалиялар теркәлмәгән, тип яуап бирәләр.

Фатирҙың ”яңы хужаһы”, үҙ сиратында, ”бүләк” тураһында бер нәмә лә белмәүе тураһында хәбәр итә. Полицияға мутлашыу тураһында ғариза бирелгән, хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү алып бара.

 

Фото: Башинформ

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас