Йәмғиәт
12 Февраля 2024, 09:15

Усман ауылына һыу кәрәк

1500 метр торбаларҙы яңыға алмаштырырға ниәтләйҙәр

Усман ауылына һыу кәрәкУсман ауылына һыу кәрәк
Усман ауылына һыу кәрәк

Бер нисә йыл инде республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы тормошҡа ашырыла. Был программа ярҙамында төпкөл ауылдарҙың күпселек проблемалары хәл ителә. Саҡмағош районының Нөркә ауылында ошо программа сиктәрендә 2130 метр һыу системаһына капиталь ремонт эшләнде. Халыҡ был эште хупап ҡабул итте.

Быйыл иһә Нөркә ауыл биләмәһендә әлеге программаның мөмкинлектәре менән Усман ауылы халҡы файҙаланырға ниәтләй. Беренсе йыйылышта уҡ ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған төп программа – һыу мәсьәләһен күтәрҙе. Был ауылда ла һыу торбаларын төҙөкләндерергә кәрәк.
– 1970 йылдарҙа һалынған һыу торбалары яраҡһыҙға әйләнде. Уларҙың йыш тишелеүе халыҡты тейешле кимәлдә һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирмәй. “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә 200 метр торба алмаштырылды ла ул, тик тағы 1500 метр һыу торбаһын алмаштыраһы бар, - тип аңлатма бирә Нөркә ауылы советы биләмәһе башлығы Ильяс Ниғмәтуллин.

 

Фото Нөркә ауылы советынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас