Йәмғиәт
13 Февраль 2024, 04:00

Иҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй

Фларит Фәрит улы биҙәкләп эшләгән ҡапҡа ла, эскәмйәләр ҙә әллә ҡайҙан балҡып, иғтибарҙы йәлеп итеп, уның маһирлығы хаҡында һөйләй.    

Иҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәйИҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй
Иҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй

Ауылды һөнәрле кешеләре күтәрә. Илеш районының Иҫәнбай ауылында ла тап иттек ундай оҫтаны. Фларит Ғилфанов тимерҙән иретеп йәбештереп төрлө әйберҙәр яһай. Уның ҡулының алтынлығы өйөнөң тышынан уҡ күренә. Үҙе биҙәкләп эшләгән ҡапҡа ла, эскәмйәләр ҙә тирә-яҡты йәмләп тора. Йәштән рәссам-биҙәүсе тигән һөнәргә уҡып сығыуы ла уға эшендә ярҙам итә. Ситтә аҡса эҙләп йөрөмәй, тыуған ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, донъя көтә әңгәмәсем.

– Эшһеҙ торған юҡ. Күрше ауылдарҙан да заказ биреүселәр бар, – ти ул.

20 йыллап ошо шөғөлдө үҙ иткән оҫтаның тәжрибәһе лә арта бара. Фларит Фәрит улы ауыл советының үтенесен дә кире ҡаҡмай.  Мәҫәлән, янғын һүндереү депоһында йылылыҡ системаһын көйләүҙә, зыяраттың ҡоймаһын алмаштырғанда ярҙам иткән. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам булһын тип, буржуйка-мейес эшләп биргән. “Мин яратам Иҫәнбайҙы” тигән стеланы ҡорғанда ла үҙ өлөшөн индергән. Ауылының матурланыуына ҡарап үҙе лә һөйөнә.

- Элек ауыл бөтөрмө икән, тигән шик була торғайны. Хәҙер улай уйламайым. Ауылыбыҙ гөрләп тора, киреһенсә матурлана, төҙөкләнә бара, – тине ул.

Фларит Фәрит улы һымаҡ, ауылым тип, янып йәшәгән замандаштар булғанда ауылдарҙа тормош бер ҡасан да һүрелмәҫ, тигән ышаныста Иҫәнбайҙан ҡайтыу яғына юлландыҡ.

Автор фотоһы.

  

Иҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй
Иҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй
Иҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй
Иҫәнбай ауылында алтын ҡуллы оҫта йәшәй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас