Йәмғиәт
13 Февраль 2024, 13:20

Конкурс башлана!

19 февралдән 19 мартҡа тиклем Башҡортостанда "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү-2024" программаһының конкурс буйынса һайлап алыу туры үтә. Ҡатнашыу, ғариза тапшырыу шарттары менән таныштырабыҙ. 

Конкурс башлана!Конкурс башлана!
Конкурс башлана!

Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс буйынса һайлап алыуҙың ойоштороу-техник оҙатыу операторы – “Башҡортостан Республикаһы фәнни-мәғариф үҙәгенең идара итеүсе компанияһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы“ “ППМИ-2024” бәйгеһе старт алыуы тураһында иғлан итә. Ғаризалар 2024 йылдың 19 февраленән 19 мартына тиклем иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15 адресы буйынса 102-се бүлмәлә ҡабул ителә.

- Кешеләрҙең урындағы үҙидараны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы, ауыл биләмәһен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һайлауға йоғонто яһауы, урындағы эшҡыуарҙарҙы ҡатнашыуға йәлеп итеүе, йыйылған, шулай уҡ бюджет аҡсаһын тотоноуҙы контролдә тотоуы һәм һөҙөмтәне күреүе мөһим. Бурыстар теҙмәһендә – урындағы инфраструктура: биләмәләрҙе төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, яҡтыртыуҙы, һыу менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза биреүсе тәҡдим ителгән документ формаларына ярашлы ғариза тапшырырға тейеш. Һайлап алыуҙа ҡатнашыуға конкурс ғаризаһын тултырыу өсөн документтар тултырыу миҫалдарын https://nocrb.ru/ppmi һылтанмаһы буйынса үтеп, “Документтар” бүлегендә табырға мөмкин.

– Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы республикала унынсы йыл бойомға ашырыла. Йылдан-йыл төбәк халҡының программала ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныуы арта бара. Былтыр Башҡортостанда ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы командаһы заявка әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнашҡан белгестәр өсөн семинарҙар үткәрҙе. Уҡытыу саралары 600-ҙән ашыу кешене йәлеп итте. Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге эксперттары халыҡтың башланғыстарын нисек дөрөҫ йыйырға һәм әҙерләргә, инициативалы бюджетлау сиктәрендә ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин булыуы һәм халыҡтың социаль мөһим проблемаларын хәл итеү өсөн конкурс һайлап алыуына ғариза төҙөгәндә ниндәй өҫтөнлөктәр яһарға кәрәклеге хаҡында һөйләне, – тине "Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәге" нең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.

Белешмә өсөн:

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы – республика ҡаҙнаһының, муниципаль берәмектәр бюджеттарының финанс ресурстарын, физик һәм юридик шәхестәр средстволарын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биргән механизм ул. Халыҡтың башланғысы һыу менән тәьмин итеү, ҙур булмаған күперҙәр, мәҙәниәт йорттары, яҡтыртыу, төҙөкләндереү, балалар, спорт майҙансыҡтары һәм башҡа мәсьәләләр менән бәйле булыуы мөмкин. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан субсидиялар (бер проектҡа - 1 200 000 һумға тиклем) бүленгән, уларҙы конкурста еңеү яулаған проекттар ала аласаҡ.

Килеп тыуған һорауҙарға яуапты 8 (347) 229-45-43 телефоны буйынса алырға була.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23016/

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас