Стәрлебаш районы буйынса Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең агрономы Линир Хәлитов – маҡсатлы кеше. Алдына ҡуйғанын тормошҡа ашырып өйрәнгән ул. Ата-әсәһе, өлкән ағаһы – агрономдар. Ергә һөйөү, ер эшенә тартылыу тоҡомдан киләлер, ти ул.
Үҙаллылыҡҡа тартылған Линир 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инә. Артабан белемен камиллаштырыу теләге ҙур була, шуға Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Һәләтле егетте студенттар менән алмашыу программаһында ҡатнашырға саҡыралар һәм Германияға практикаға ебәрәләр. Һигеҙ ай эсендә сит илдә ауыл хужалығы тармағының бар нескәлектәренә өйрәнеп ҡайта ул.
2009 йылда диплом алды практикаһын Стәрлебаш районының Салауат исемендәге хужалыҡта үтә. Ҡулына диплом алғас, Линир тыуған яғында төпләнергә була һәм шул уҡ хужалыҡҡа агроном булып эшкә килә. Был хужалыҡ районда иң ҙуры иҫәпләнә. Йәмғеһе 12 252 гектар һөрөнтө ерҙәре була. 2012 йылда хужалыҡтың исеме үҙгәрә. “Заря”ның йүгәнен ныҡлы тотҡан Ғәфүр Ҡорбанғәлиев менән эшләгән йылдарын һаман һағынып һөйләй Линир. Бына инде ике йыл “Россельхозцентр” үҙәгендә агроном вазифаһын башҡара һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн хеҙмәттәштәренең абруйын яулап алырға өлгөрә.
- Баҫыуҙарҙа ужым культураларының торошон тикшереү, сәселгәндең уңышын арттырыу өсөн ашламалар ҡулланыу, үҫентеләрҙе төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн саралар ҡулланыу оҡшай. Эштең һөҙөмтәһен күрәһең, - ти Линир.
Әлбиттә, арҡаң ныҡ булһа, артыңда һине яратҡан, эшкә йылмайып оҙатҡан, һағынып көтөп алған ғаиләң булыуы – үҙе бәхет. Линир ир ҡорона етмәйенсә ғаилә ҡормайым тигән һүҙендә ныҡлы тора. Ләйсән менән ғаилә ҡороуҙарына быйыл 10 йыл була. Улдары Иҙел, ҡыҙҙары Азалия, Алтынай ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандарып үҫеп килә. Ғаилә әүҙем тормош яҡлы: ҡышын саңғыла шыуалар, сана шыуырға йөрөйҙәр. Йәйен инде балыҡ тотоу, һыу төшөү - балаларҙың яратҡан шөғөлө. Малайҙарының үҫемлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуын күреп, ғаилә династияһын дауам итерҙәр тигән өмөт тыуа Ләйсән менән Линир Хәлитовтарҙа.
Фотолар Хәлитовтарҙың ғаилә архивынан алынды.