Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 16:15

Нәбиевтәр малай көтәме?

"Ундай теләктән һуң мин уны башҡа төрлө ҡаршылай алмай инем", - тигән Рөстәм. Баҡтиһәң...

Нәбиевтәр малай көтәме?Нәбиевтәр малай көтәме?
Нәбиевтәр малай көтәме?

Индира һәм Рөстәм Нәбиевтәрҙең матур ғаиләһендә сәскәләй ике ҡыҙ үҫә. Күптәргә өлгө булып йәшәй улар. Блогерҙың изге ғәмәлдәре хаҡында әленән-әле яҙып торабыҙ, уның рухи ныҡлығына, изге эштәренә һоҡланабыҙ.

Ошо көндәрҙә Индира Байкалдан сәйәхәттән ҡайтҡан һәм уны ире Рөстәм һәм ҡыҙҙары ҙур рауза сәскәләре менән ҡаршы алған. Баҡтиһәң, Рөстәм белдереүенсә, ҡатыны Индира Байкалда сәйәхәт ваҡытында: "Байкал күле янында улыбыҙ булыуына теләк теләнем, тағы ла ҡыҙ булып ҡуймаһын", - тигән сәләм ебәргән. Шуға күрә ҡатынын ҡаршылағанда ире уны рауза сәскәләренә күмгән.

"Ундай теләктән һуң мин уны башҡа төрлө ҡаршылай алмай инем", - тигән яҙыу ҡалдырған Рөстәм.

Матур ғаиләнең изге теләктәре тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Байкалдағы хыял ысынбарлыҡҡа әүерелһен!

Фото: видеонан скриншот.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас