Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 02:00

Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр

Конкурста еңһәләр, аҡсаны тотонор маҡсаттары билдәле уларҙың.

Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәрҮтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр
Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр

Әбйәлил районының Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” (ППМИ) программаһында 2014 йылдан алып әүҙем ҡатнаша. Был проект бик күп көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итте: Ҡаҙмаш, Амангилде, Рысҡужа ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыуға, зыярат ҡоймаларын яңыртыуға, Әбделғәзе ауылында клубты ремонтлауға, Үтәгән башланғыс мәктәбенең ишек, тәҙрәләрен алмаштырыуға булышлыҡ итте.

Быйыл иғлан ителгән конкурста Үтәгән ауылы халҡы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уҙғарылған тәүге дөйөм йыйылышта, анкета тултырып, халыҡтан һорау алыуға ярашлы, күпселек тауыш менән зыяратты төҙөкләндереп, ҡоймаһын яңыртырға ҡарар ителде. Инициативалы төркөм төҙөлдө. Маҡсатҡа ярашлы эш башланды. Үтәгән ауылының зыяратын төҙөкләндереүгә, ҡоймаһын яңыртыуға проект-смета документтары әҙерләнде.

Конкурста еңер өсөн, уның шарттарына ярашлы, мәҙәни-тәрбиәүи саралар әҙерләп үткәреү өҫтөндә эш башланды.

Конкурста еңеп сыҡһаҡ, ауыл халҡының, бағыусыларҙың, ауыл биләмәһе хакимиәтенең проектты тормошҡа ашырыу өсөн сығымдарҙы барлау, экономия барлыҡҡа килһә, уны нимәгә тотоносағыбыҙ тураһында ҡарар ҡабул итеү менән мәшғүлбеҙ.

Ауылдаштар ошондай мәртәбәле, кәрәкле конкурста дәррәү ҡатнашып, еңеп сығып, баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарының, ата-бабаларының  һуңғы төйәгенә яңы заманса төҫ биреүгә өлгәшер тип ышанабыҙ.

Ғөмүмән, үтәгәндәр көндәлек тормошта бик әүҙем. Дүшәмбелә, 12 февралдә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыуыбыҙҙы раҫлап, мәсеткә йыйылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам сараһы ойошторҙоҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙар күмәкләшеп йөн ойоҡтар, йылы бирсәткәләр бәйләнек, окоп майшәмдәре яһаныҡ. Һөйләшеп, аралашып, изге теләктәребеҙҙе теләп, батырҙарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын һорап аят-доғаларыбыҙҙы уҡыныҡ.

Ауылыбыҙҙың күренекле сәсәниәһе Хәнифә Шәғәле ҡыҙы ил-йортҡа тыныслыҡ теләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙең иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләп аят-доғалар бағышлап, мөнәжәт әйтте.

Китапханасы, һәүәҫкәр йырсыбыҙ Гөлфирә Зәбир ҡыҙы әйткән "Тыуған ауылым" мөнәжәте бөгөн илебеҙҙе һаҡлаған ауылдаштарыбыҙҙың батырлығына дан, тыуған яҡтарын һағыныуҙарына ауаздаш булып яңғыраны.

Һуңынан тәм-том менән сәй эсеп таралыштыҡ. Беҙҙең дауамыбыҙ буласаҡ, терәк булырҙай йәштәребеҙ үҫеп килә. Ярҙамлашып йөрөнөләр, шуға ҡыуандыҡ.  

Инициативалы төркөм рәйесе урынбаҫары Йәһүҙина Р.Ә.

Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр
Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр
Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр
Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр
Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр
Үтәгәндәр вәғәҙәһен үтәр
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас