Һәр кем үҙенең тыуған төйәген, ауылын ярата. Әсәй һәм Тыуған ил төшөнсәләре бер бөтөндө тәшкил итә кеүек, сөнки беҙ уларҙы һайлап алмайбыҙ, улар беҙгә яҙмыш тарафынан бүләк ителгән изге ҡиммәттәр.
Яңауыл районының Байғужа ауылы кешеләре лә тап шулай уйлай. Улар тыуған ерен, ғәзиз Ватанын үҙ ата-әсәһе кеүек ярата, үҙ йәнтөйәге хаҡына изге эштәр башҡара. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында беренсе урынды яулап, республика кимәленә сығыуҙары ла – ошоға аныҡ миҫал. Әле улар конкурстың республика этабына әүҙем ҡушылып, төрлө саралар үткәрә, саф һауала уйындар ойоштора, бөтә ауыл менән тиерлек урман буйлап саңғыла йөрөргә сығалар.
Ошо көндәрҙә Яңауыл районы үҙәгендә “Байғужа феврале” исеме аҫтында ҙур сара ойошторолдо. Ул өс өлөштән торҙо: көндөң тәүге яртыһында һабантуй яланында «Яңауыл яугире - 2024» муниципаль-ара хәрби-патриотик ярыш уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих буйынса комиссияһы рәйесе, тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне.
Ҡышҡы этапта Яңауыл, Дүртөйлө һәм Тәтешле райондарынан ун команда ярышты. Программа бер нисә төрҙән торҙо. Бәйгеселәр автоматты йыйыу-һүтеүҙә, ғәмәли-хәрби эстафетаны үтеүҙә ярышты, тәүге медицина ярҙамы, топографияны һәм дөйөм хәрби тактиканы белеүҙәрен күрһәтте. Барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға һалдат бутҡаһы, йылы сәй Байғужа ауылында бешерелгән тәмле икмәк-ҡаластар тәҡдим ителде.
Ярыш тамамланғандан һуң барыһы ла Йәштәр һарайына барҙы, унда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте һәм байрамдың икенсе өлөшө – “Байғужа феврале” патриотик йырҙар фестивале башланды.
Фестивалгә тиклем тамашасылар «Байғужа – мөмкинлектәр биләмәһе» ҡаҙаныштар күргәҙмәһен ҡараны. Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ауыл менән яҡындан танышты, уларға халыҡтың тормошо, байғужаларҙың ҡаҙаныштары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тәҡдим ителде. Ә ауылдың күрһәтерлек һәм һөйләрлек ҡаҙаныштары етерлек. Байғужа – Советтар Союзы Геройы Ғәйнанша Хәйҙәрша улы Хәйҙәршиндың һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабит Фәтих улы Йәғәфәровтың тыуған ауылы. Унда бөгөн дә ошо геройҙарға лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар йәшәй.
Быйыл “Байғужа феврале” патриотик йырҙар фестивале алты райондан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Икенсе тапҡыр үткәрелгән фестивалдә үҙ һәләттәрен “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы ауылдарҙан 20-нән ашыу конкурсант күрһәтте. Сығыш яһаусыларҙың йәше сикләнмәне. Улар патриотик йырҙар йырланы һәм тамашасыларға сағыу тәьҫораттар бүләк итте. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе диплом һәм иҫтәлекле бүләк алды.
Фотолар: Байғужа ауылы хакимиәтенән.