Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәре базаһында балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн берҙәм көндәр аҙна һайын үткәреләсәк. Һәр шишәмбе республика ҡатын-ҡыҙҙарын оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар, халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре психологтары һәм белгестәре менән консультациялар, үҙҙәре менән таныштырыу һәм резюме яҙыу дәрестәре, шулай уҡ билдәле кешеләр менән аралашыу көтә. Кешене күберәк йәлеп итеү өсөн күсмә саралар планлаштырылған.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың әсәләре «Демография» милли проекты буйынса бушлай уҡый ала, дәүләт ярҙамында үҙ эшеңде асыу мөмкинлеге бар.
Мәшғүллек үҙәге психологтары балалы ҡатындарға үҙҙәренең һөнәри траекторияһын төҙөргә, коммуникатив һәләттәрен үҫтерергә һәм психологик кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итәсәк.
2023 йылда Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте яҡынса туғыҙ мең балалы ҡатынға эш табырға йәки бизнес асырға ярҙам иткән. Ә йыл башынан алып 845 әсә эшкә урынлашҡан.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23083/