Санкт-Петербург халыҡ-ара хеҙмәт форумы майҙансығында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Санкт-Петербургтың Хеҙмәт һәм мәшғүллек комитеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Документ менән яҡтар хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында ҡарарҙы нығытты. Яҡтар эш биреүселәргә кадрҙар һайлап алыуҙа һәм эшһеҙҙәрҙе, Санкт-Петербургта, Башҡортостанда йәшәүсе эш эҙләүселәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү өсөн хеҙмәт ресурстарын төбәк-ара ҡабаттан бүлеү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара килешеп эш итергә ниәтләй.
Килешеүҙең маҡсаты булып түбәндәгеләр тора:
- Төбәк-ара партнерлыҡты, миграция процестары менән идара итеү өлкәһендәге диалогты нығытыу;
- хеҙмәт миграцияһын көйләү өлкәһендә бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың ғәмәлдәрен координациялауҙы яҡшыртыу;
- миграция циклының бөтә этаптарында башҡа төбәктәрҙән эш эҙләүселәргә ярҙам;
- легаль булмаған миграция кимәлен кәметеү буйынса берлектәге эш;
- хеҙмәт, халыҡ мәшғүллеге, хеҙмәт һәм улар менән туранан-тура бәйле мөнәсәбәттәр, шул иҫәптән эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисергән граждандарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендә үҙ-ара тығыҙ эш итеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23101/