Былтыр көҙ баҡыйлыҡҡа күскән элекке министр, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фән докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованың "Шоңҡар" журналына биргән бер интервьюһындағы ғаилә, ундағы мөнәсәбәттәр, ир менән ҡатын, ҡәйнә менән килен, өләсәй менән ейәндәр тураһындағы фекерҙәре ҡыҙыҡлы күренде лә (улар менән килешергә лә, килешмәҫкә лә була), өҙөктәрен һеҙгә лә тәҡдим итергә булдыҡ.
...Гүзәл зат ниндәй генә уңыштарға өлгәшһә лә, йәки, киреһенсә, ауырлыҡтар осоро килеп тыуһа ла, ҡатын, әсәй, ҡәйнә, өләсәй функцияһын үтәүҙән туҡтамаҫҡа тейеш. Бәләкәй ғаилә – ике улым, ҡатындары, балалары, һәр шәмбе минең йортомда сәй табыны артында осрашабыҙ. Ҡалала йәшәһәк тә, ейәндәрем өләсәләренә күрше ауылда йәшәгән кеүек ял һайын килеп йөрөһөндәр, тинем. Шуның өсөн һәр аҙнаның аҙағында ата-әсәләре уларҙы миңә килтереп ҡалдырып китә. Ҡалған көн атамаларын урыҫса әйтһәләр ҙә, бәләкәс кенә саҡтарынан аҙнаның был көнөн “шәмбе” тип өйрәнделәр. “Шәмбе ҡасан етә?” – тип көтөп йөрөйҙәр.
...Улдарымдың ғаилә тормошона ҡыҫылмаҫҡа тырышам. Килендәрем минең өйөмдә йәшәргә тейеш түгел, тип алдан уҡ әйтеп ҡуйҙым. Ни өсөнмө? Тәбиғәттән бик ҡаты кешемен, ғүмер буйы етәксе булып эшләүем дә холҡомда сағылыш тапмай ҡалмағандыр. Килендәремә эшемдәге лаборанттарға ҡушҡан шикелле бойороп әйтә башлаһам, уларға ла, улдарыма ла оҡшамаҫ ине.
...Малайҙарыма бәләкәй саҡтарынан үҙ милләтенән генә кәләш алырға тейештәр тип һеңдерҙем. Шуға бәйле ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үткем килә. Игеҙәктәргә 5-6 йәш самаһы ине. Ҡарламандағы һеңлемә китеп барғанда, сираттағы станцияла бер ғаилә инде. 4-5 йәшлек кескәй ҡыҙҙары ла бар. Улдарым менән бер урыҫ бабайы (үҙе лә олатай кеше, күрәһең, бәләкәй балалар танһыҡ булғандыр) юл буйы һөйләшеп килгәйне. Ҡыҙыҡайҙы күргәс, бабай: “Вот вам и невеста!” – тип йылмайҙы. Малайҙарымдың береһе ҡаш аҫтынан ғына ҡараны ла: “Она нам не невеста!” – тимәһенме? Ҡарт та, мин дә аптырап киттек. “Почему? Она вам не понравилась? Смотрите какая красивая, какой у нее роскошный бант”, – ти бабай. “Она русская!” – тине кемеһелер. Шул саҡ теге ҡыҙыҡай: “Я не русская, я – татарка!” – тип яуап бирҙе! Минең улдарым – башҡорт теле белгесенең балалары, үҙ милләтен белеүҙәре ғәжәп түгел, ә был кешеләр – станцияла йәшәгән ябай ғаилә. Туған телен һанламағандарға ошо ғаиләне үрнәк итеп ҡуям. Бәләкәй саҡтарынан балаларға ҡайһы милләт вәкиле булыуын һеңдереп үҫтерергә кәрәк.
...Мин, ғәҙәттә, килендәремә кәңәш бирер булһам, ҡәйнә һүҙе итеп түгел, ә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ағзаһы һүҙҙәре тип ҡабул ҡылығыҙ, тим. Әле лә, рөхсәт итһәгеҙ, ошо сифатымда яуап бирәм. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға тап ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү өлкәһендә эшләйһе эштәре күп. Сөнки дөрөҫ тәрбиәләмәйбеҙ. Миҫал өсөн, миңә атайым да, әсәйем дә: “Уҡы, кейәүгә сығып ҡуйма, ҡара уны”, – тип тыҡып торҙо. Уҡыған ереңдә үҙеңә тиң йәш егетте күҙләп йөрө, тимәнеләр. Юлыңда осраған һәр кем менән сыуалыу, тигәнде аңлатмай был, әлбиттә. Әммә тап студент йылдарында үҙеңә иш эҙләп таба белеү зарур.
Шул йәрҙе ҡаратып алыу өсөн ҡыҙҙарға бер нисә сифат кәрәк: һығылмалы холоҡло, яҡты йөҙлө булыу, һөйгәнеңдән аҡыллыраҡ икәнеңде тойһаң да, үҙеңде өҫтөн ҡуймау. Ҡатын-ҡыҙға бер аҙ хәйлә лә ҡамасауламаҫ ине. Әсәйеңдәр һиңә быны бирә алмаған икән, был сифаттарҙы үҙең тәрбиәләргә, үҫтерергә тейешһең. Йәмғиәттең үҙгәреп китерен улар белмәгән бит.
Ошо уңайҙан, лаҡап иҫкә төштө. Бер яҙыусы ағайҙың бер нисә ҡатыны булған. Шунан, ҡайһы райондан ҡатын алайыҡ, тип һорайҙар икән унан. “Баймаҡ ҡатындары ирҙәрен әҙәмгә һанамай, әбйәлилдәргә ир бөтөнләй кәрәкмәй, эштән башҡа бер ни күрмәйҙәр, учалыларға уйын-көлкө генә булһын, бөрйәндәр бигерәк хәйләкәр”, – ти икән. Мәҙәге – мәҙәк, әммә уйлап ҡараһаң, дөрөҫлөгө лә бар һымаҡ. Ир-егеттәр биргән ҡылыҡһырламаларҙан сығып, ҡатын-ҡыҙҙы тәрбиәләүҙең боронғо ысулдарын өйрәнеп, ата-әсәләр өсөн ҡулланма эшләргә кәрәктер, тип иҫәпләйем.
Ҡыҙҙарыбыҙ ҡырыҫ беҙҙең. Үҙгәртергә кәрәк шул холоҡто. Шәхси хатам аша белгән тормош һабағы менән бүлешкем килә. Аталары менән аралашып торһалар ҙа, малайҙарымды яңғыҙым тәрбиәләнем тиергә була, ирем менән айырылыштыҡ. Бергә йәшәгән саҡта Ғаязға минең менән ҡыйын булғандыр тип уйлайым. Үҙемдең етәкселегемде ғаилә тормошонда ла күрһәткәнмендер инде. Ул бик яҡшы кеше, атай. Әммә арабыҙҙағы айырманы ауыр ҡабул итте.
Ир-егеттәрҙең аңына тыумыштан “ғаилә башлығы, ҡурсалаусыһы булырға тейеш” тигән төшөнсә һалынған. Киреһенсә килеп сыға икән, ҡатын-ҡыҙ быны белдермәҫкә тейеш. Уны ҡыҙ балаға бәләкәй саҡтан уҡ әсәһе үҙ миҫалында күрһәтергә тейеш. Беҙҙә тәрбиә башҡаса ине. Атайым: “Минең ҡыҙҙарым ун егеткә торорлоҡ!” тип ҡупая торғайны. Хатта игеҙ бала тапҡас: “Бына күрәһегеҙме, минең ҡыҙым игеҙ малай тапҡан! Шәп тә инде ҡыҙым!” – тине. Кейәүен хуплап бер һүҙ әйтһәсе! Әйтерһең, уның ҡыҫылышы булмаған.
...Йәш ҡалимдарға мотлаҡ ғаилә ҡорһондар тип әйтер инем. Беҙҙең өлкәлә ғаилә ҡормай, фән менән генә йәшәгән кешеләр бихисап. Фән үҙ эсенә ныҡ тарта. Шуға ла йәш саҡта ғаилә ҡороп, балалар табырға кәрәк. Бының эш өсөн дә файҙаһы бар. Кеше киләсәк тип йәшәй. Балалары булһа, улар өсөн тырыша. Ғүмергә мәғәнә биреүсе, өмөттө һүндермәйсә тотоп тороусы сығанаҡ кәрәк. Балаларына киләсәктә еңел булһын өсөн үҫергә, карьера эшләргә тейеш. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй яңғыҙ ҡалырға ярамай, тип иҫәпләйем. Яңғыҙлыҡ наҙ өсөн яратылған затҡа кире йоғонто яһай.
Нәсих Хәлисов фотоһы.