Йәмғиәт
25 Февраль 2024, 07:30

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы флагы көнө

Башҡортостандың дәүләт флагы өс төҫтән тора, уртала - ҡурай сәскәһе.

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы флагы көнөБөгөн - Башҡортостан Республикаһы флагы көнө
Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы флагы көнө

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы итеп рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина тәҡдим иткән флаг һайлана, һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы уны 1992 йылдың 25 февралендә раҫлай.

Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ республика халыҡтарының тыныслыҡ һәм татыулыҡ һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы.

Сығанаҡ: Башҡорт Википедияһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас