Райондарға эш сәфәре менән сыҡҡанда ҡайһы төбәктә халыҡтың нисек йәшәүен ҡыҙыҡһынып ҡарап йөрөйбөҙ. Төҙөк, матур ауылдарға ҡарап бында тормоштоң ҡайнап тороуын күрәһең.
Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында ҡулдары эшкә оҫта Миләүшә һәм Илмир Насировтар менән танышыу форсаты тейҙе.
Ғаилә башлығы ағас, төҙөлөш эшенә оҫта булһа, хужабикә тегеү, сигеүгә маһир булып сыҡты. Матурыҡ тыуҙырыу һәләте балаларына ла күскән. Һүрәт төшөрөүгә оҫта ҡыҙҙары Регина ҡапҡаларын һоҡланғыс итеп биҙәп ҡуйған. Йорт ихатаһындағы төрлө фигуралар ҙа йәм биреп ултыра.
Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән Федоровка ҡыҙы менән Стәрлетамаҡ егетенең танышып ҡауышыу ваҡиғаһы ла ҡыҙыҡлы. Йәштәр 27 декабрҙә танышһа, бер аҙнанан егет ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Уңған ғаилә тураһында тиҙҙән гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.