Фермерҙар, эшҡыуарҙар күбәйгән һайын ауылдар ҙа хәллерәк була. Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылы ла Илдар Буранғолов һымаҡ фермерҙары менән ғорурлана.
2013 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороп, бөгөнгө көндә ул малсылыҡ, үҫемлекселек тармағында уңышлы эшләй. Һауын һыйырҙары 200 башҡа етә, 1300 гектар ере бар. Урындағы халыҡҡа эш урындары ла булдырған, фермерҙа биш һауынсы, алты механизатор, биш малсы хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә хужалыҡ сәсеү эштәренә әҙерләнә. Был маҡсатта техниканы ремонтлау тамамланыу алдында.
Илдар Буранғолов үҙе Ишембайҙа тыуып үҫкән. Мырҙашҡа бала сағында йыш ҡына өләсәһенә килеп йөрөп, ауыл тормошона ғашиҡ була. ”Күңелем гел ауылға тартты. Малсылыҡ менән шөғөлләнгем килде” , - ти ул. 2001 йылдан ныҡлап ошо ауылда төпләнә. Тормош иптәше Альбина менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Ирек ауыл хужалығы колледжында механик һөнәренә уҡып йөрөй.
- Улым каникулда саҡта хужалыҡта минең уң ҡулым. Колледжды тамамлағас, уның ауылға эшкә ҡайтыу теләге ҙур, - тине әңгәмәсем.
Фермер ауылдаштарына ла ярҙам итеп өлгөрә. Мәсет төҙөүҙә ярҙам күрһәткән. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә бер УАЗ машинаһын, ике тапҡыр 100-әр банка ит тушенкаһы әҙерләп ебәргән.
Күрһәткән изгелектәре уға эшенең тағы ла ырамлыраҡ барыуына булышлыҡ итһен.
Автор фотоһы.