Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыларға алдағы Президент һайлауы тураһында хәбәр итеүен дауам итә.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы «ИнформУИК»-тың 26 февралгә ҡарата статистика мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты:
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлаусыларға мәғлүмәт биреү 7 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
Өфө ҡалаһының 378-се һайлау участка һайлау комиссияһы ағзалары Әлфиә Сынбулатова менән Алина Ғәлимова адрестар буйлап йөрөй. Улар һайлау кампанияларында бер нисә йыл рәттән ҡатнаша. "Бурысыбыҙҙы урынына еткереп үтәргә тырышабыҙ, халыҡ менән аралашыу оҡшай", - ти ҡыҙҙар.
Адрестар буйлап йөрөгән ҡыҙҙарға уңыштар һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ!
Рәмилә МУСИНА фотоһы.