Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 4 градусҡаса йылыта. Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 26 февралдә, яуым-төшөмһөҙ, ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13,-18, урыны менән -22,-27, көндөҙ -2,-7, таулы райондарҙа 3 градусҡа тиклем. Шишәмбе, 27 февралдә, һауа температураһы төндә 12-17 градус һалҡын, урыны менән 22 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 1-6, көньяҡ-көнсығышта 4 градусҡа тиклем.
Ҡыш бауыры оҙон тиһәләр ҙә, аҡрынлап көндәр йылына, төндәр ҡыҫҡара. Ни тиһәң дә яҙ һулышы һиҙелмәй ҡалмай, сөнки еребеҙҙә ҡыштың һуңғы көндәре тантана итә.
Фото: "Башинформ"