+21 °С
Болотло
Иглин районында 16 йәшлек Радмир Сәләхетдинов юғалған. Ошо турала “Балаларҙы эҙләү – Башҡортостан” ирекмәндәре хәбәр итә.
Үҫмер 24 февралдә өйөнән сығып киткән дә шунан бирле бәйләнешкә сыҡмай. Юғалған көндө ҡара төҫтәге куртка, кроссовки һәм шапка, һоро төҫтә ыштан кейгән булған.
Билдәләре: асыҡ зәңгәр күҙле, ҡара сәсле. Ҡулында “Р” хәрефе менән татуировка бар.
Радмирҙы күреүселәр булһа, 112 йәки 8-927-969-89-19 һандары буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар.
Фото: “Балаларҙы эҙләү – Башҡортостан”.