Өфө ҡалаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы баш ҡаланың Чернышевский урамы, 83 адресы буйынса урынлашҡан архитектура һәйкәлен – “Боровский йорто”н һатты. Аукционда уның БАШЛАНҒЫС хаҡы БЕР һум тип билдәләнә, һөҙөмтәлә уны 28,5 МИЛЛИОН һумға һатып алырға тәҡдим итәләр.
Был өй шуныһы менән иҫтәлекле: 1900 йылда Владимир Ленин тәүге тапҡыр Өфөгә килгәндә табип өйөндә Өфөнөң социал-демократтары менән осраша.
Ағас бина күптән иҫкергән. Яңы хужаһы 2025 йылдың өсөнсө кварталы аҙағына тиклем мәҙәни мираҫ объектын һаҡлап алып ҡалыу буйынса эштәрҙе башҡарырға тейеш.
Фото: "Башинформ".