Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 06:30

Өфөнөң юбилейына әҙерлек бара

Быйыл баш ҡала 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 

Өфөнөң юбилейына әҙерлек бараӨфөнөң юбилейына әҙерлек бара
Өфөнөң юбилейына әҙерлек бара

2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Сентябрь айында Өфөлә үтәсәк «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар фестивале иң көтөп алынған ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы.

Сара барышында ҙур ҡурсаҡтар һәм мобиль арт-объекттар ҡатнашлығында мультипарад уҙғарыла. Улар сағыу һәм онотолмаҫлыҡ булырға оҡшаған.

Был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ һәм һәммәһен дә баш ҡаланың 450 йыллығын байрам итеүгә ҡушылырға саҡырабыҙ!

Фото: Өфө ҡала хакимиәтенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас