Әлшәй районының Таштүбә ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә "Ҡышҡы Урал батыр уйындары" үтте. Байрамда ауыл халҡы ғына түгел тирә-яҡтан да ҡунаҡтар бихисап булды.
Байрамды ойоштороусылар бик ныҡ әҙерләнгән. Килгән ҡунаҡтарҙы иртә менән уйындар өсөн әҙер майҙансыҡтар көттө: көрәш, уҡ атыу, таяҡ тартышыу, гер күтәреү һәм башҡа ярыш урындары ҡаршы алды.
Сара “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, халыҡ көйҙәрен, йырҙарын башҡарыу менән башланып китте. Артабан уйындар гөрләне. Таяҡ тартыу, арҡан тартышыу, гер күтәреү менән бер рәттән тергеҙелгән элекке халыҡ уйындары ла булды. Әйтәйек, суҡмар ырғытыу, таш ташлау, уҡсылар ярышы…
Шаяндарын халыҡ бигерәк тә яратып ҡараны. Бигерәк тә “Урамдар араһында арҡан тартышы” күңелле үтте. Футбол уйыны ла ҡунаҡтарҙы ылыҡтырҙы. Ҡар өҫтөндә футбол үҙенсә ҡыҙыҡлы булды. Уҡсылар ҙа етди әҙерләнгән — айырыуса балаларҙың күп булыуы һөйөнөслө!
Уйындар ауыл һәм район һәүәҫкәр артистарынын моңло йырҙары менән аралашты. Өҫтәлдәрҙә шажлап самауырҙарҙа сәй ҡайнап торҙо, ауыл халҡы төрлө милли ризыҡтар бешереп алып килде. Йылы сәй менән көндөн һалҡынлығы ла һиҙелмәне.
Таштүбә халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ иҫәнлегенә ниәтләп ҡорбан салдырҙы, шул ҡорбан итенән байрамда былау бешерҙеләр, килгән ҡунаҡтар илгә тыныслыҡ теләне.
Фото: Ауыл хакимиәтенән.