Йәмғиәт
1 Март 2024, 08:30

Беренсе Президентыбыҙ һәйкәленә – сәскәләр

1 мартта Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың һәйкәленә сәскәләр һалды

Беренсе Президентыбыҙ һәйкәленә – сәскәләрБеренсе Президентыбыҙ һәйкәленә – сәскәләр
Беренсе Президентыбыҙ һәйкәленә – сәскәләр

Вәкил баш ҡалаға округ Советында ҡатнашыу өсөн килде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, скульптура композицияһы Ленин исемендәге паркта 7 февралдә, Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға асылды. Уның авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас