Йәмғиәт
1 Март 2024, 15:50

Радик Юлъяҡшин көсәйә барған ауырыуы хаҡында һөйләгән

Ҡайһы бер шөғөлдәрҙе хәҙер ул башҡара алмай, шуға башҡаларҙан эшләүҙе үтенә. 

Радик Юлъяҡшин көсәйә барған ауырыуы хаҡында һөйләгәнРадик Юлъяҡшин көсәйә барған ауырыуы хаҡында һөйләгән
Радик Юлъяҡшин көсәйә барған ауырыуы хаҡында һөйләгән

Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаған популяр башҡорт йырсыһы Радик Юльяҡшин «Первая Союзная» каналында үҙенең көсәйә барған сире тураһында һөйләгән. 

Сәхнәләге көслө тауыш арҡаһында бер мәл уның ҡолағы акустик йәрәхәт алғайны. Көн һайын концерт ҡуйыуҙар һәм ял итмәү йырсының сәләмәтлеге ҡаҡшауына килтергән. Ул һаңғыраулана бара икән.

Әле Радик Юлъяҡшин медицина тикшереүе үткән. Табиптар уға ҡолаҡ сиренә бәйле диагноз ҡуйған. 

Башта йырсы тректарының тауышын көйләү менән үҙе шөғөлләнһә, хәҙер иһә быны белгестәргә тапшыра, сөнки тауыш йышлығының алты мең герцтан артығын ул бөтөнләй ишетмәй.

Музыкант хәҙер "аҡылға ултырҙым" ти. Хеҙмәт һәм ял режимын күҙәтә. 

Быйыл уға 35 йәш тула. Һәм ул ҙур концерт программаһын әҙерләй.

Фото: https://vk.com/elvin_grey

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас