Марттың (буранай) атамаһы Византия менән бәйле тип күҙаллана. Унда ул йылдың беренсе айы булып һаналған. Боронғо Римда ла йыл марттан башланған. Был айҙа римдар һуғыш кампанияларына әҙерлек башлар булған, сиктәрен нығытҡан, шуға ла һуғыш аллаһы Марс хөрмәтенә был айға шундай атама биргәндәр.
Оҙон боҙбармаҡтар – яҙҙың оҙаҡҡа һуҙылыуына.
Ҡоштар йылы яҡтан көтөү-көтөү булып килһә – ныҡлы яҙға.
Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, һыу күп, түбәндән осһа – аҙ була.
Торналар иртә килһә, яҙ иртә килә.
Бал ҡорттары иртә оса башлаһа – һәйбәт яҙға.
Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.
25 мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.
Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.
Элек-электән һәр айға ҡарата үҙҙәренең күҙәтеүҙәрен алып барыусылар булған, шуларҙан сығып, йылдың, айҙың нисек килеүен әйткәндәр. Һеҙҙең арала ла ундайҙар юҡмы, булһа, үҙегеҙҙең күҙәтеү һәм һынамыштарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: автор фотоһы һәм photographers.ua