Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының урланған ордендарын кире хужаһына ҡайтарған. Ир атаһының наградаларын баҡсалағы йортта һаҡлаған. Ә унда бурҙар төшкән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре шик аҫтындағы кешене ҡулға алғанда, ул урланған раритет әйберҙәрҙең бер өлөшөн Стәрлетамаҡтағы антикварға һатып өлгөргән. 49 йәшлек рецидивист баҡсалағы йорттарҙа спиртлы эсемлектәр эҙләгән һәм наградаларҙы тапҡас, уларҙы һатып аҡса эшләп була икәнлеген аңлаған.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.